Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа закон проекты әҙерләнгән. Әле Торлаҡ кодексы буйынса түләү һәр айҙың 10-сы көнөнә тиклем башҡарылырға тейеш. Дөйөм йорт өсөн иҫәпләү приборҙарындағы күрһәткестәр 23-сө 25-се көндәрҙә теркәлә. Был йортта уртаҡ милек өсөн коммуналь ресурстарға түләүҙе иҫәпләгәндә ҡатмарлыҡтар тыуҙыра. Депутаттар коммуналь түләү ваҡытын айҙың 25-се көнөнә тиклем билдәләргә тәҡдим итә.