Башҡортостанда мәктәп туҡланыуын ойоштороу тәжрибәһе илдә иң яҡшыһы тип танылды


Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Ул белдереүенсә, республика мәктәптәре, балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа туҡланыу сифаты даими контролдә ҡала. Былтыр ғына социаль учреждениеларҙа аҙыҡ сифаты өсөн яуаплы ойошмалар тарафынан план буйынса һәм пландан тыш 700-ҙән ашыу күсмә, 3600-ҙән ашыу лаборатор тикшереү уҙғарылған. Етешһеҙлектәр теркәлһә лә, улар йылдан-йыл кәмей. Мәҫәлән, былтыр аш-һыу әҙерләү технологияһынан тайпылыу осраҡтары 12 проценттан 7 процентҡа тиклем кәмегән. Балалар туҡланыуы өсөн тәғәйенләнгән һәм дәүләт теркәүе үтеү тураһында таныҡлығы булған продукция төрҙәре 223-тән 248-гә тиклем артҡан.

Социаль туҡланыу системаһына конструктив эшкә әҙер намыҫлы предприятиелар килеүе бик мөһим. Әгәр ҙә бер нисә йыл элек балаларҙан һәм ата-әсәләрҙән туҡланыу сифатына ялыуҙар күп булһа, хәҙер улар юҡ тиерлек. Сауҙа һәм хеҙмәттәр, мәғариф һәм фән министрлыҡтары, муниципалитеттар һәм ата-әсәләр тырышлығы менән хәлде яҡшыға үҙгәрттек. Хәҙер беҙҙәге мәктәп туҡланыуын ойоштороу сифаты илдә иң яҡшыларҙан һанала. Барығыҙға ла рәхмәт", тип яҙған тәбәк етәксеһе.