Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында социаль закондар ҡаралды


Ауыл хужалығын үҫтереү, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең вәкәләттәрен арттырыу, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы.Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Президиум ултырышында ошо һәм башҡа закон проекттары ҡаралды.

Президиум ултырышында киләһе Парламент ултырышының датаһы ла билдәләнде, ул 30 ғинуарҙа үтер тип көтөлә. Депутаттар ҡарамағына 4 тиҫтәнән ашыу закон проекты сығарыла, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Дәүләт Думаһына ике ҡануни башланғыс менән сығырға ниәтләй. Төп проекттарға иклгәндә, уларҙың күбеһе социаль йүнәлешле. Мәҫәлән, Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдең вәкәләттәре киңәйтелә, ул ауыр хәлгә ҡалған балаларға лайыҡлы көнкүреш шарттары тыуҙырыуҙы контролдә тотасаҡ. Дәүләт-шәхси партенрлығы проекттарына үҙгәрештәр, шулай уҡ финанс ҡатнашлыҡтың яңы формалары индерелә. Физик тәрбиә һәм спорт тураһындағы закон проектын да үҙгәрештәр көтә.

Президиум ултырышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына Парламенттың Почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлнур Вәлиева ла бар. Гөлнур Йосопйән ҡыҙы тележурналистиканы үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Почет грамотаһына лайыҡ булды.