Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған


Евразия киңлегендә яңы техника. Стәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһында самосвалдар йыя башлау планлаштырылған. Ошо маҡсатта Белоруссия, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙең машиналар төҙөлөшө йүнәлешендәге компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Импортты алмаштырыу буйынса алып барылған һөҙөмтәле эш тураһында БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.

Cтәрлетамаҡтағы «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһы эшмәкәрлегендә яңы йүнәлеш үҙләштерелгән - сит ил двигателдәренә ремонт уҙғарыла. Импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә запас частарҙың, шул иҫәптән цилиндр-поршень төркөмөндәге һәм резина-техник изделиеларҙың аналогтары эшләнә.

Запас частарҙың аналогтарын эшләгәндә Рәсәйҙең алдынғы институттары ҡатнашлығында конструктор документацияһы әҙерләнә, төп деталдәрҙең химик составына тикшереүҙәр уҙғарыла. 3Д сканер ярҙамында барлыҡ үлсәмдәр алына, эш проектының һыҙымдары яһала,технологик процесс сылбыры төҙөлә. Импортты алмаштырыу йүнәлешен йәнләндереү маҡсатында предприятие яңы станоктар, заманса ҡорамалдар менән дә тәьмин ителгән.


Хеҙмәткәрҙәр махсус программала эшләп, деталдең һыҙымдарын әҙерләй. Уның буйынса станок автоматик рәүештә координаттар төҙөп, киҫә башлай. Әйтәйек, был ҡорамалда паронит, резина һәм башҡа материалдарҙан тәүлегенә меңгә яҡын ҡатлау етештерергә мөмкин.

Тимофей Сисин, «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһының насос йыйыу участкаһы етәксеһе

«Ҡыҙыл пролетарий»ға 1941 йылда нигеҙ һалынған. Заводта нефть промыслалары ҡорамалдарынан тыш, сәнәғәттең башҡа тармаҡтары өсөн дә продукция сығарыла. Импортты алмаштырыуға килгәндә, тағы ла бер яңы йүнәлеш үҙләштерелә башлаған. Ҡаҙағстан, Беларуссия һәм Рәсәй предприятиелары менән берлектә тау сәнәғәте һәм төҙөлөш өлкәһендә ихтыяж менән файҙаланылған самосвалдар етештерә башлау планлаштырылған. Әлегә Евразия киңлегендәге компаниялар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлгән.


Самосвал ҡоролошо буйынса бик ҡатмарлы. Бер завод ҡына уны йыя алмай, шуға күрә, минеңсә, берләшеп, кооперация сылбыры булдырып эшләү мөһим. Бер йыл эсендә проект буйынса продукцияның тәжрибә өлгөһөн сығарырға теләйбеҙ, киләһе йылдан сит ил самосвалының аналогы Рәсәй баҙарына сығыр тип көтөлә.

Елена Нечепоренко, «Ҡыҙыл пролетарий» предприятиеһы генераль директоры

Стәрлетамаҡтағы предприятие базаһында машиналар төҙөлөшө сәнәғәте буйынса айырым кластер ойоштороу ҙа планлаштырылған. Әлегә был турала Башҡортостан Хөкүмәте менән һөйләшеүҙәр алып барыла. Әйткәндәй, һуңғы өс йылда төбәктә кластерҙар сәйәсәте әүҙем үҫешә. Импортты алмаштырыу производстволары 120-гә еткән.


Былтыр республикала импортты алмаштырыу йүнәлешендә етештерелгән продукция күләме 380 миллиард һумдан ашҡан. 2023 йыл менән сағыштырғанда, күрһәткес ике тапҡырға күберәк. Был һандар сәнәғәт компанияларының кооператив үҫеш өҫтөнлөктәрен һәм дәүләт ярҙамын алыу мөмкинлектәрен аңлап эш алып барыуы тураһында һөйләй.

Александр Шельдяев, Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары - сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры

«Ҡыҙыл пролетарий»ға килгәндә, предприятие Башҡортостан Хөкүмәте, төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы, сәнәғәтте үҫтереү фондының ярҙамын тойоп эшләй. Халыҡ-ара кимәлдә хеҙмәттәшлекте яйға һалып, самосвалдар етештерә башлау менән компания яңы көс менән үҫеш аласаҡ.

Гөлназ Хәйбуллина