Өфөлә МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы


Өфөнөң Ленин районында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылын асыу тантанаһы уҙҙы. Һуңғы өс йылда райондан Ватан һағына 600-ға яҡын кеше баҫҡан, уларҙың күп өлөшө - ирекмәндәр һәм контракт төҙөүселәр. Район хакимиәтендәге һәр бер хеҙмәткәргә бер яугир ғаиләһе теркәлгән, улар төрлө яҡлап ярҙам күрһәтергә бурыслы. Район даими рәүештә фронт биләмәһенә гуманитар ылау оҙата. Ирекмәнлек эшендә әүҙемлек күрһәткән эшҡыуарҙар тантаналы сарала Рәхмәт хаттары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.


Йәмғеһе райондан 14 гуманитар ылау оҙатылды. Һуңғыһын декабрь аҙағында алып барҙыҡ,. Тыуған яҡ сәләмен алғас, һалдаттарҙың рухы күтәрелә. Ғаиләләре өсөн яугирҙар борсолмай, сөнки беҙ уларға даими рәүештә ярҙам күрһәтеп торабыҙ.

Олег Котов, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы


Быйыл, еңеү яуларбыҙ, тип ышанам. Бөтә бурыстарҙы ла беҙ ҡапларға тейеш, сөнки был тарих беҙҙең балалар алдында ҡабатланмаҫҡа тейеш. Еңеү беҙҙеке буласаҡ, сөнки хәҡиҡәт беҙҙең яҡта.

Денис Чернавин, Рәсәй Геройы, полковник, махсус хәрби операция ветераны