«ӨфөХаус» төҙөлөш компанияһы килешеү буйынса граждандарға әҙер йорттарҙың асҡыстарын тапшырырға тейеш булған. Әммә республиканың төрлө раойндарында төҙөлөш эштәре уҙған йылдың авгусында туҡтатылған, компания етәкселеге бәйләнешкә сыҡмай, уларҙың офисы ябылған. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөлә йәшәүсе Денис Өмөтбаев Шишмә районында йорт һатып алып декабрҙә торлаҡ асҡысын алырға тейеш булған. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләгән ғаилә башлығы төҙөлөшкә 6 млн һум аҡса индергән. Был суммаға әсәлек капиталы һәм шәхси йыйған аҡсалары һалына. Әммә августа төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалған.
«ӨфөХаус» ойошмаһынан республикала 200-гә яҡын кеше зыян күргән. Уларҙың күбеһе ипотека кредитын алып йәки берҙән-бер фатирын һатып йортло булыу теләге менән намыҫһыҙ төҙөлөш компанияһына юлыҡҡан. 2021-2024 йылдарҙа алып барылған төҙөлөш былтыр августа туҡтап ҡалған. ӨфөХаус етәксеһе Александр Дәүләтов аудит тикшереүҙәр тамамланғас төҙөлөш дауам итәсәк тип вәғәҙәләгән, тик бер нисә айҙан бәйләнешкә сығыуҙан туҡтаған.
Зыян күреүселәр төркөмгә берләшеп мутлашыу осрағы буйынса полицияға мөрәжәғәт иткән, әммә әлегә аҡсаларҙы нисек кире ҡайтарырға тигән һорау асыҡ ҡала.
Зыян күреүселәрҙең йорт төҙөлөшө төрлө этаптарҙа туҡтап ҡалған. Берәүҙәрҙең торлағының нигеҙе генә булһа, икенселәрҙең документтарҙы теркәү эше генә ҡалған булған. Әле Башҡортостан эске эштәр министрлығында ҙур күләмдә мутлашыу осрағы буйынса тикшереү бара.
Флорида Ким