Башҡортостанда алдағы алты йылда авария хәлендәге торлаҡтан 15 мең кеше күсерелә

Республика хөкүмәте ултырышында ошо турала белдерелде. Адреслы программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уға ярашлы, авария хәлендә тип танылған 565 йортта йәшәүселәр проблемаһы хәл ителә. Эштәр бер нисә этапта башҡарыла. 2025-2026 йылдарҙа 84 йортта йәшәүселәр күсерелергә тейеш.