Балаларға тәмәке һатыусылар өсөн штраф артты

Дәүләт Думаһы закон ҡабул итте. Һатыусылар өсөн штраф быға тиклем 60 мең һум булһа, хәҙер - 300 мең. Ойошмалар өсөн дә сумма бер нисә тапҡырға артып 2 миллион һумға етте.  Дәүләт Думаһынан  хәбәр итеүҙәренсә, тәмәке баҙарына  контроль кәрәк. Уҙған йылда тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса тауарҙың 43 проценты тейешенсә  тамғаланмай һатыуға сығарылған.