Джошуа Ливо Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты рекордын ҡуйҙы


Юлаевсылар легионеры «Авангард» менән һуңғы уйында 3 шайба индерҙе һәм быйылғы миҙгелдә дүртенсе тапҡыр хет-трик яһаны. Быға тиклем өсәр хет-трик менән юғары ҡаҙанышты Владимир Тарасенко, Найджел Доус, Илья Ковальчук һәм Дмитрий Яшкин бүлешә ине. Яҡташыбыҙ шулай уҡ Владимир Тарасенконың хет-триктар һаны буйынса рекордын ҡабатланы. 2011/12 йылдар миҙгелендә һөжүмсе даими чемпионатта 4 тапҡыр хет-трик яһай, шуларҙың береһе плей-оффта. Джошуа Ливо быйылғы миҙгелдә 35 гол һәм 20 пас менән КХЛ-дың иң мәргән уйынсылары исемлеген етәкләй.