Кушнаренко ауылы эсендә ике маршрут автобусы йөрөй башланы


Был хаҡта «Башавтотранс» предприятиеһынан хәбәр иттеләр. Төбәктә 10 мең самаһы кеше йәшәй. Бөгөн ул Башҡортостандың иң ҙур район үҙәктәренең береһе. Яңы асылған маршруттар башлыса Тау һәм Подстанция биҫтәләре халҡын хеҙмәтләндерә. Пассажирҙар транспорты ауылдың төп урамдарын тоташтыра, шулай уҡ халыҡҡа поликлиникаға барып етергә мөмкинлек бирә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күптәрҙе борсоған проблеманы урында йәшәүселәр Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа күтәргәйне. Шәхси транспорты булмаған кешеләр яңы асылған поликлиникаға барып-ҡайтыу менән ҡыйынлыҡ кисереүе тураһында белдерҙе.