Юл хәүефһеҙлеге һағына - 10 яңы автомобиль. Бөгөн Башҡортостандың Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенә заманса транспорт саралары тапшырылды. Үҙәк хеҙмәткәрҙәренә «Лада Гранта» асҡыстарын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизов тапшырҙы. Трассала, ҡала, ауыл юлдарында юл хәүефһеҙлеге һағында торған үҙәк хеҙмәткәрҙәре менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Тәү ҡарамаҡҡа юлдағы йөҙҙәрсә транспорт сараһының береһе. Ысынбарлыҡта был автомобиль күсмә контроль хеҙмәте. Ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы теркәп, фотоға, видеоға төшөрөп бара.
Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәгенең стационар күҙәтеү ҡоролмалары ла, өс аяҡлы күсмә аппараттары ла, йыһазландырылған транспорты ла бар. Автомобилдәр етешһеҙлектәрҙе хәрәкәт мәлендә теркәп бара. Уларҙың асыҡ һары төҫкә буялыуы ла водителдәрҙең иғтибарын йәлеп итеп, юл хәрәкәте ҡағҙәләрен боҙмаҫҡа саҡыра.
Белгестәр фекеренсә, юл хәрәкәтен ойоштороу хеҙмәте аварияларҙы кәметеүгә булышлыҡ итә. Йәғни, даими контроль үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Мәғлүм булыуынса, былтыр 3 меңгә яҡын юл фажиғәһе теркәлгән, уларҙа 300-ҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Аварияларҙың күбеһенә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү сәбәпсе булған.
Рәмзиә Кәримова