Башҡортостандың сәнәғәт кластерҙары ил кимәлендә танылыу яулай


Башҡортостанда былтыр импортты алмаштырыусы продукция күләме 380 миллиард һумдан ашып киткән. 2023 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткестәр ике тапҡырға күберәк. Етештереү күләме артыуы сәнәғәт кластерҙарына берләшеү һөҙөмтәһе. Республикала иҡтисадтың төрлө тармағында 23 сәнәғәт кластеры эшләй. Станоктар төҙөлөшө кластерында әле ике импортты алмаштырыу проекты тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе Өфөләге ЕСМ-Станкомонтаж предприятиеһы.

Координата-үлсәү машинаһы микрондар кимәлендә иҫәпләүҙәр башҡара. Юғары теүәллектә эшләүсе техника кеше күҙенә күренмәҫ ҡытыршылыҡты асыҡлай. Ләкин бының өсөн уның үҙенә лә уңайлы эш шарттары талап ителә. Был машина янында күп кеше йөрөүе тыйыла. Шуға күрә ул быяла бүлмә эсендә урынлаштырылған һәм унда бик һирәктәр генә инә ала. Ә ваҡытының күпселек өлөшөн Ирина яңғыҙы үткәрә. .


Бында беҙ деталдәрҙе микрондар кимәлендә тикшерәбеҙ. Теүәл үлсәү өсөн машинаның үҙе лә теүәл көйләнгән булыуы шарт. Тимергә бит һауа температураһы, дым да тәьҫир итә. Белегеүеҙсә, металл йылыла киңәйә, ә һыуыҡта киреһенсә. Шуға күрә температура күтәрелеп китмәһен өсөн был бүлмәгә күп кеше инеүе тыйыла.

Ирина Хәкимова, «ЕСМ-станкомонтаж» компанияһы белгесе

Предприятие двигателдәр эшләү, авиацияла ҡулланылған деталдәр етештереүсе станоктар йыя. Юғары теүәллек талап ителгән өлкәлә ялтлап тора тигән төшөнсә менән генә сикләнмәйҙәр. Деталдәр микрондар кимәлендә шымартыла. Шуға күрә станоктар тағы ла камилыраҡ булыуы шарт.


Был деталь дизель двигателендә ҡулланыла. Яғыулыҡ яҡшы үтһен өсөн һәр тишектең дә дә шыма булыуы мөһим. Юғиһә, двигатель тигеҙ эшләмәй, ә системаға тимер онтағы китеүе ихтимал. Ҡул менән шымартһаң бигерәк оҙаҡ, ә был станоктар кеше ҡулы инә алмаҫлыҡ ерҙе лә эшкәртә һәм күпкә тиҙерәк тә.

Максим Смирнов, «ЕСМ-станкомонтаж» компанияһы генераль директоры урынбаҫары

Был станок иһә бөтөнләй уникаль. Предприятие белгестәре уны үҙҙәре уйлап сығарған һәм тотош илдә тиңе юҡ. Көпшә , торбалар эсен шымартыусы станок оборона министрылығы заказы буйынса эшләнә. Ғөмүмән , предприятие йыйған станоктарҙың етмеш проценты оборона сәнәғәте комплексына тәғәйенләнә.


Былтыр юғары технологиялы 12 төр 30 станок етештерҙек. Уларҙың барыһы ла юғары технологиялар ярҙамында эшләй һәм машиналар төҙөү тармағында ҡулланыла. Заказдар башлыса оборона өлкәһендә. Шуға ла продукцияны һатыу менән ҡатмарлыҡтар юҡ.

Юрий Сундуков, «ЕСМ компанияһы»ның башҡарма директоры

Иң мөһиме барлыҡ станоктар ҙа тап Башҡортостандыҡы. Деталдәр Стәрлетамаҡта урынлашҡан предприятиела етештерелһә, Өфөлә инде станоктар монтажлана. Ике йыл элек сәнәғәт кластерына берләшеү ҙә етештереү күләмен арттырыуға булышлыҡ иткән. Кооперация ярҙамында яңы баҙарға сығыу, һатып алыусыға уңайлы шарттар тәҡдим итеү мөмкинлеге барлыҡҡа килгән. Ә инде төп өҫтөнлөк- хөкүмәт яғынан ярҙам күрһәтелеүе. Был иһә ҙур һорау менән файҙаланған, ләкин серияға сығарылмаған станоктар төҙөү, шул рәүешле етештереү күләмен тағы ла арттырыу юлы.

Айнур Кәбиров