Шишмә районында теркәлгән янғында 3 кешенең ғүмере өҙөлгән


Бөгөн көндөҙ Түбәнге Тирмә ауылында урынлашҡан ағас йортта янғын сыға. Утҡа ҡаршы ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Шишмә янғын һүндереү командаһы ирекмәндәре көрөшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғын урынын тикшергәндә 3 ирҙең кәүҙәһе табыла. Әле ваҡытта янғын сәбәптәре һәм ваҡиға шарттары асыҡлана.