Махсус хәрби операция ветераны йәш быуынға тәжрибә уртаҡлаша


Ҡаһарманлыҡ дәресе. «Батырлыҡ» ордены кавалеры Ринат Күлтоманов Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы уҡыусылары менән осрашып, хәрби хеҙмәт юлы тураһында һөйләне. Осрашыу барышында ул уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе лә уҙғарҙы. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Мәргән уҡсы исемен алыр өсөн даими күнекмәләр яһау талап ителә. Махсус хәрби операцияла «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән яугирҙан оҫталыҡ дәресе алыу иһә уҡыусылар өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Ринат Күлтоманов ике йыл дауамында алғы һыҙыҡта булған. Хәрби бурысҡа сыҡҡанда ул йәйәнән уҡ атыу хәрәкәттәрен күрһәтеп, колонна хәрәкәткә килтергән. Шулай уҡ был ҡорал ҡулына эләгеү менән яҡташыбыҙ һунарға йөрөгән, дронды юҡ итеүҙә лә ярҙамы тейгән.

Махсус хәрби операцияға тиклем дә «Томан» ҡушаматлы яугир йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә менән әүҙем шөғөлләнгән. Ишембай районында спорт буйынса идаралыҡ рәйесе вазифаһын биләгән. Ил мәнфәғәттәрен яҡлап сығыу ҡарарына ла яуаплы килгән, Доставалов исемендәге башҡорт батальоны составында рота командиры булып хеҙмәт итә. Етди физик әҙерлек һәм дисциплина күп тапҡырҙар үлемдән ҡотҡарған.

Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ замандашыбыҙ менән осрашыуҙа Өфөнөң 2-cе лицейы уҡыусылары, йәш шайморатовсылар уҡ атыуҙан тыш, үҙ-үҙеңде һаҡлау техникаларына ла өйрәнде. Ринат Күлтомановтың самбо, ҡул көрәше буйынса спорт мастеры булыуы ла билдәле.


Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән даими осрашып торабыҙ. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресе лә күңелдә тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. «Шайморатов»сылар рәтендә булыуым менән ғорурланам, үҙ теләгем менән килдем. Беҙҙе бында уҡтан атырға ла, тигеҙ сафта атларға ла өйрәттеләр.

Әлмира Ғәйфуллина, Өфөнөң 2-cе башҡорт лицейы уҡыусыһы

Ринат Күлтоманов тыуған яғына ҡайтҡас та, йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнә башлаған, хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнаша. Ишембай ҡалаһы советы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы булараҡ һайланған. Махсус хәрби операция ветераны үҫеп килгән быуын менән осрашыуҙарға ла ваҡытын йәлләмәй, тарихи дөрөҫлөк мөһимлеген билдәләй.

Гөлназ Хәйбуллина