Яһалма интеллект ауыл һәм урман хужалығына ла үтеп инде. Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары заман мөмкинлеген тупраҡта углекислый газ миҡдарын иҫәпләүҙә, ағастар ҡороуын билдәләүҙә файҙаланырға өйрәнгән. Был ҡул хеҙмәтен ябайлаштырыуҙан тыш, әйтәйек, урман янғындарын иҫкәртергә ярҙам итә. Уңайлыҡтың тағы ла ниндәй өҫтөнләктәре барлығын БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғилметдинова белеште.
Был кадрҙарҙа яһалма интеллект эше һөҙөмтәһе. Бер нисә күрһәткес буйынса система фотола урмандағы ҡороған ағастарҙы билдәләй. Улар экосистема өсөн хәүефле. Беренсенән, бер ағастарҙы сереткән ҡоротҡостарҙың икенселәренә күсеүе ихтимал. Икенсенән, серек атмосфераны зарарлай.
Ғалимдар урманды күктән фотоға төшөрә, ҡалған эш иһә яһалма интеллектыҡы. Ҡороған ағастарҙы билдәләргә лә уны, әлбиттә, кеше өйрәткән. Заман технологияһы ғалимдар өсөн ярҙамсы ғына.
Ҡороған урмандарҙы тиҙ билдәләү системаһы менән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡыҙыҡһынған. Серек үҫемлектәр эҫе көндәрҙә шырпыға бәрәбәр. Ошо биләмәләрҙә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында ведомство һәм кампус араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән. Иҫкәртелгән - ҡотҡарылған.
Самолеттан башҡа, был маҡсатта дрондар ҙа файҙаланыла. Ошондай уҡ техника ярҙамында ғалимдар климат үҙгәреүен дә тикшерә. Улар белдереүенсә, Урал аръяғында, мәҫәлән, йылдан-йыл яуым-төшөм кәмеүе, юғары һауа температураһы ауыл хужалығына кире тәьҫир итә. Ғалимдар киләсәк быуындарҙың түбән уңдырышлылыҡ менән көрәшергә тура килеү ихтималлығын фаразлай.
Рәзилә Ғилметдинова