Өфөлә Агросәнәғәт форумы һәм халыҡ-ара күргәҙмә уҙасаҡ

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сараның эшлекле өлөшөндә агросәнәғәт өлкәһен үҫтереү һәм экспорт мәсьәләһенә арналған пленар ултырыш була. Шулай уҡ түңәрәк өҫтәл артында аралашыу ҡаралған. Форумда йыл да Рәсәйҙең 40-лап төбәгенән, һәм сит илдәрҙән 400-ҙән ашыу компания ҡатнаша. Күргәҙмә 35-се тапҡыр ойошторола, быйылғыһы 18-21 мартта үтә.