Һуңғы 4 йылда республикала умартасылыҡты үҫтереүгә 60 миллион һум аҡса бүленгән

Быйылдан субсидия арта. Башҡортостан Башлығы Өфөлә уҙған халыҡ-ара умартасылар конгресы  барышында ошо турала белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөгөн республикала 12 меңгә яҡын умартасы эшләй. 275 мең бал ҡорто күсе иҫәпләнә. Былтыр өҙлөкһөҙ яуған ямғырҙар арҡаһында күп умартасылар мул уңыш алмаған. Башҡортостанда 5 мең тонна бал етештерелгән.