Өфөнөң «Торатау» конгресс холында «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды


Бөтә донъя умартасылары Өфөгә йыйылды. Бөгөн «Торатау» конгресс холында «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды. Абруйлы сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 сит илдән ҡунаҡтар ҡатнаша.

Башҡортостан умартасылар форумын уҙғарыу урыны итеп осраҡлы ғына һайланмаған. Республика тауар балын һатыу буйынса лидер булып тора һәм башҡорт балы күптән инде төбәктең «визит карта»һына әүерелгән. Әлеге көндә Башҡортостанда 12 мең тирәһе умартасы иҫәпләнә, улар 275 меңләп умарта тота. Былтыр бөтәһе 5 мең тонна бал һатыуға сығарылған, был дөйөм Рәсәй күрһәткесенең 10 проценты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республикала умартасыларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, ҡоролмалар һатып алыуға субсидиялар бүленә, тоҡомло бал ҡорттары һатыу алыуға сығымдарҙың яртыһы ҡаплана. Быйылдан тоҡомло бал ҡорттарын тотоуға бирелгән дәүләт ярҙамын ике тапҡырға, бер бал ҡорто ғаиләһенә 2 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Киләсәктә сәнәғәт һәм тоҡомло йүнәлеште үҫтереү бурысы тора, тине Радий Фәрит улы.