Урында төшөрөлгән термометр күрһәткесе фотоһүрәте Башҡортостан буйынса ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенә килгән. Бынан тыш, Бөрйән районы Шүлгәнташ ауылында һәм Йылайыр районы Кананикольский ауылында 33 градус һыуыҡ теркәлгән, тип билдәләй ведомство.
Бөгөн иртән Өфөлә лә термометр бағанаһы 26 градусҡа тиклем түбәнәйә. Бындай температурала башланғыс класс уҡыусылары дәрескә бармай, өйҙә ҡала алды.