Алғы һыҙыҡтағылар өсөн Кушнаренко ауылынан изге ярҙам


Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙы хәстәрләп. 2023 йылдың декабренән алып Кушнаренко ауылында «Изгелек уты» тип исемләнгән ирекмәндәр хәрәкәте эшләй. 5 меңдән ашыу окоп шәме, 200-гә яҡын маскировка селтәре - әүҙем граждандар көсө менән алғы һыҙыҡтағыларға гуманитар ярҙам, посылкалар даими оҙатыла. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Маскировка селтәре өсөн таҫмалар тигеҙ киҫелгән булыуы мотлаҡ. Кушнаренко ауылы оҫталары үҙ ҡулдары менән станок яһап, эш процессңын күпкә ябайлаштырған. Ҡоролма ярҙамында көнөнә утыҙ рулон материалды киҫергә була. Хәрбиҙәрҙе һәм ҡеүәтле техниканы дошман күҙенән һаҡлаусы япмаға ихтыяж ҙур. Маскировка селтәрҙәрен үреүҙә айырыуса өлкән йәштәгеләр әүҙем ҡатнаша, материалдар менән бағыусылар ярҙам итә.

Кушнаренко ауылындағы ирекмәндәр хәрәкәте бер йылдан ашыу уңышлы эшләй. Башҡорт батальондары хәрбиҙәренә гуманитар ярҙам күрһәтелә. Алғы һыҙыҡҡа маскировка селтәрҙәренән тыш, йылы кейем, аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре даими оҙатыла. Шулай уҡ яугирҙарҙың мөрәжәғәттәре буйынса 2 квадрокоптер, тепловизор, дизель генераторы, ноутбук та оҙатылған.

Ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылыусылар көндән-көн арта ғына. Күрше ауылдарҙан килеп тә ярҙам итәләр. Уларҙы штабҡа тиклем такси хеҙмәте, йәмәғәт транспорты бушлай йөрөтә. Өлкән йәштәгеләр изге эштең мөһимлеген билдәләй.

Алғы һыҙыҡтағыларҙың гуманитар ярҙам һәм посылкалар өсөн ирекмәндәргә рәхмәте ҙур һәм булы турала улар яҡташтары менән тура бәйләнешкә сығып белдерергә ашыға. Яҡшы һүҙ ирекмәндәр ҡабыҙған «Изгелек уты»н тағы ла көсәйтә.

Гөлназ Хәйбуллина