Башҡортостан райондарында ҡатын-ҡыҙ консультациялары булдырыла

Улар Языков, Борай, Иҫәнғол, Краснокама, Оло Ыҡтамаҡ, Миәкә, Нуриман, Үрге Тәтешле район дауаханалары базаһында эшләйәсәк. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай сара ҡатын-ҡыҙҙар сәләмәтлегенә иғтибарҙы арттырыу, уларҙы дауалау өсөн шарттарҙы яҡшыртыу мөмкинеге бирә. Ул  "Ғаилә" милли проекты буйынса башҡарыла.