Ауырғазы районы башҡорттары сираттағы ҡорға йыйылды


Йәмәғәт ойошмаһы ағзалары 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡуйған бурыстар буйынса фекер алышты. Сығыштарҙа билдәләнеүенсә, районда йыл һайын туған телдәр һәм милли мәҙәниәтте һаҡлау, ҡул эштәре оҫталарына ярҙам күрһәтеү, милли спорт төрҙәре һәм мәҙәни брендтарҙы үҫтереү, милли йолаларҙы тергеҙеү буйынса төрлө проекттар уңышлы тормошҡа ашырыла. Ҡоролтай ултырышында төбәктә башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән йәмәғәтселәр Ҡоролтайҙың рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса резолюция ҡабул ителде. Киләһе 5 йылға эш йүнәлештәре билдәләнде.