Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса тәүге 10 төбәк иҫәбенә инде


Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Рәсәй субъекттарының йыллыҡ рейтингы һөҙөмтәләре менән Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшева президент Владимир Путинды таныштырҙы. Рейтинг тормоштоң төрлө өлкәләрендәге 140 күрһәткес нигеҙендә иҫәпләнә - был медицина хеҙмәтләндереүе, мәғариф, хәүефһеҙлек, социаль яҡлау, торлаҡ һәм инфраструктура һәм башҡалар. Был һорау алыуҙар, статистика һәм аналитика мәғлүмәттәре. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан был рейтингта 40-сы, 2022 йылда 25-се булды. Былтыр төбәк тәүге тапҡыр иң яҡшы 20 төбәк иҫәбенә инде, хәҙер ТОП -10 исемлегендә.