Өфөлә «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды


Бөтә донъя умартасылары Өфөгә йыйылды. Бөгөн «Торатау» конгресс холында «Апиглобал» халыҡ-ара конгресы башланды. Абруйлы сарала Рәсәйҙең 80 төбәгенән һәм 15 сит илдән ҡунаҡтар ҡатнаша. Конгрессты уҙғарыу урыны итеп тап Башҡортостан һайланыуы осраҡлы түгел. Республика тауар балын етештереү буйынса алдынғы урынды биләй, бал күптән инде төбәктең визит картаһына әүерелгән. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда умартасылыҡты үҫтереүгә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә. Үҫеш юлдары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Ағасты уйып яһалған солоҡ-ата-бабаларҙан ҡалған боронғо кәсеп. Солоҡ балы тәме менән дә айырлып тора. Әммә заман менән бергә солоҡтар ҙа, түмәр умарталары ла үҙгәреш кисерә. Хәҙер уларҙы ҡатлы итеп яһаған оҫталар ҙа бар. Конгресс күргәҙмәһенә Федоровкалар үҙҙәренең үҙенсәлекле солоҡтарын, түмәр умарталыр алып килгән. алып килгән.

Ыҫлау, айыртыу ҡоролмалары, бал ҡорттарына аҙыҡ, дауалау препараттары, әҙер продукция. Күргәҙәмәгә умартасыларҙы ҡыҙыҡһындырға бар кәрәк-яраҡтар ҡуйылған. Донъяның һәм илдең төрлө төбәктәренән килгән белгестәр үҙҙәренең яңылыҡтары, асыштары менән таныштыра.

Халыҡ-ара конгрестың тап Башҡортостанда уҙғарылыуы осраҡлы түгел. Әлеге көндә республикала 12 мең тирәһе умартасы иҫәпләнә, улар 275 меңләп умарта тота. Былтыр бөтәһе 5 мең тонна бал һатыуға сығарылған, был дөйөм Рәсәй күрһәткесенең 10 проценты. Радий Хәбиров билдәләүенсә, һуңғы дүрт йылда республикала умартасылыҡты үҫтереүгә 60 миллион һум дәүләт ярҙамы күрһәтеләгән. Лаборатория тикшереүҙәренә, ҡоролмалар һатып алыуға субсидиялар бүленә, тоҡомло бал ҡорттары алыуға тотонолған сығымдарҙың яртыһы ҡаплана. Быйылдан тоҡомло ҡортсолоҡҡа дәүләт ярҙамын ике тапҡырға, бер бал ҡорто ғаиләһенә 2 мең һумға тиклем арттырыу күҙаллана. Киләсәктә сәнәғәт һәм тоҡомсолоҡ йүнәлешен үҫтереү бурысы тора, тине Радий Фәрит улы.

Халыҡ-ара конгресс тәжрибә уртаҡлашыу, уңышлы эш алымдары менән бүлешеү, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү майҙаны булып тора. Умартасылыҡ үҫешкән Башҡортостан өсөн был тема бик актуаль.

Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, башҡорт бал ҡортон һаҡлау, баҫыуҙарҙы ағыулағанда нәҙекәйбилдәрҙең зыян күрмәүе һәм башҡа мөһим һорауҙар бар. Был йәһәттән Дәүләт Думаһы әүҙем эш алып бара.

Умартасылыҡты үҫтереүҙең төп шарттарының береһе - эште фәнгә, ғилми асыштарға нигеҙләнеп алып барыу, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү. Әле был эште Башҡорт дәүләт аграр университеты һәм агроколледждар алып бара. Киләсәктә һатыуға сығарылған бал күләмен 2-3 тапҡырға арттырыу бурысы тора. Бал Башҡортостан өсөн татлы ризыҡ ҡына түгел, ул быуындарҙы бәйләүсе сылбыр, беҙҙең тарихыбыҙ, кәсептәребеҙ , йолаларыбыҙ сағылышы, тине республика етәксеһе.

Башҡортостан башлығы умартасыларға махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе. Алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙ татлы ризыҡтан өҙөлөгәне юҡ, тине Радий Фәрит улы. Әлеге тиклем республика умартасылары тарафынан яугирҙарға 5 мең тонна бал оҙатылған.

Рәмзиә Кәримова