Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләү йылына йомғаҡ яһап координация советы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә инвалидтарҙың көндәлеген еңелләштереү өсөн уңайлы мөхит, хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу, социаль реабилитация йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Церебраль фалиж менән ауырыған Алмаз Ниғмәтуллин дүртенсе йыл һатыусы-кассир булып эшләй. Ауыр сир менән ауырыуға ҡарамаҫтан сауҙа селтәрендә мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә алыу тәжрибәһе уңышлы ойошторолған. Өфө селтәре буйынса 11 инвалид кибеттә стажировка үтеп, башҡа хеҙмәткәрҙәр менән бер рәттән эшләп йөрөй. Февралдән был программаны киңәйтеү ҡаралған - мөмкинлектәре сикләнгән граждандар эшкә урыналаша ала.
Башҡортостанда мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләү йүнәлешендә күп яҡлы эш алып барыла. Төбәк башлығы Радий Хәбиров координация советы ултырышында инвалидтарға хәүефһеҙ инфраструктура булдырыу, социаль реабилитация йүнәлешен үҫтереү мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашып зыян күргән Ватан һаҡсыларына ярҙам итеү, реаблитация ҡоромаларын етештереүсе предприятиеларға субсидия бүлеү кеүек һорауҙар ҙа күтәрелде.
Мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләү йылы сиктәрендә Башҡортостанда тиҫтәләгән яңы программа тормошҡа ашырылды. Инвалидтарҙы йөрөтөү өсөн социаль такси хеҙмәте, махсус экскурсиялар, медицина учреждениеларында реабилитация программалары меңәрләгән кешенең көндәлек тормошон еңеләйтте.
Башҡортостанда 250 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә. Мөмкинлектәре сикләнгән граждандардар өсөн пандустар ҡуйыу, транспорт мәьәләһен хәл итеү, уларға ярҙам күрһәтеү өсөн дәүләт программалары ойоштороу көн талабы булып тора. Республикала мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хәстәрләү йылы тамамланһа ла, был эш тулы күләмдә артабан да дауам итә.
Флорида Ким