Өфөлә республика буйынса Росгвардия идаралығы йыл йомғаҡтарын барланы


Фронт биләмәһендә хеҙмәттән тыш, 2024 йылда ведомство өсөн элеккесә йәмәғәт тәртибен тәьмин итеү төп бурыс булып ҡала. Росгвардия хеҙмәткәрҙәре быны яҡшы аңлап эш итә. Президент һайлауы, Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығы, «Рәсәй - спорт державаһы» кеүек күләмле сараларҙа ла йәмәғәт тәртибен юғары кимәлдә тәьмин иткән.


Былтыр республикала ижтимағи-сәйәси, социаль саралар һәм ваҡиғалар күп булды. Махсус хәрби операция шарттарында төбәк идаралығының хеҙмәте һәм подразделениелары алдында торған бурыстар тулы күләмдә үтәлеп килә.

Артур Ихсанов, Башҡортостан буйынса Росгвардия идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе