Иглин районында 2024 йылға йомғаҡ яһалды


Һәр ҡаҙаныш артында - ауыл кешеһенең оло хеҙмәте. Иглин районында 2024 йылға йомғаҡ яһалды. Отчет докладта яңғыраған факттар урындағы халыҡтың ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеүен күрһәтә. Былтыр район үҙәгендә заманса белем биреү учреждениеларының береһе - 1 мең 225 урынлыҡ мәктәп асылды. Шулай уҡ «Олимп» физкультура-һауыҡтырыу комплексы һәм 10 ауылда модулле медицина учреждениелары асылды. Осрашыуҙа 2025 йылдың Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү йылы тип иғлан ителеүенә айырыуса баҫым яһалды.

Ултырышта бүләкләү тантанаһы үтте, унда «Әсәлек даны» миҙалы, ә хеҙмәт алдынғылары почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр тапшырылды. Шулай уҡ «Махсус хәрби операцияға булышлыҡ иткәне өсөн» йәмәғәт миҙалына «Бөтәһе лә еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы ағзаһы Роза Игеҙбаева лайыҡ булды, ә район башлығының рәхмәт хаттары менән бөгөн алғы һыҙыҡта булған яҡташ яугирҙарыбыҙ бүләкләнде.