Башҡортостан йәшәү сифаты буйынса Рәсәй рейтингында унынсы урын алды

Һөҙөмтәләр Стратегик башланғыстары агентлығының Күҙәтеү советы ултырышында иғлан ителде. Агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева белдереүенсә, тормош сифатын баһалағанда 10 йүнәлеш буйынса 140 күрһәткес иҫәпкә алынған. Кешеләрҙән фекер белешеү уҙғарылған. Хәүефһеҙлек, торлаҡ, инфраструктура, белем биреү, медицина, социаль ярҙам, эш урындары булдырыу, эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарына ҡарағандар. 2022 йылда беҙҙең республика тормош сифаты буйынса рейтинга 25-се урында торған. Былтыр иң яҡшы 20 төбәк араһына ингән. Фәлсәфә фәндәре кандидаты, доцент Гүзәлиә Әсәҙуллина фекере.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт