Уға ярашлы, депутаттар һәм Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойоштора. Шулай уҡ ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итеү өсөн хәрбиҙәрҙең әсәләре һәм ҡатындары менән осрашыуҙар ҡаралған. Ярҙам буйынса саралар үтәлешенә айырыуса иғтибар була, тип белдерҙе спикер Константин Толкачев. 2025 йыл Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителде.