Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Хаҡлы ялдағылар өсөн түләүҙәр инфляция кимәленә ҡарап индексациялана. Февралдән ул 9,5 процент була. Әсәлек капиталы 7,3 процентҡа индексациялана, икенсе бала өсөн 894 мең һумға етә. Башҡортостанда йәшәү минимумы яҡынса 14,8 процентҡа артты, 1 ғинуарҙан 15 мең 782 һумға еткерелде. Яңы йылдан минималь хеҙмәт хаҡы ла артты. Беҙҙең республикала урал һәм төбәк коэффициенттарын иҫәпкә алғанда 25 мең 806 һумға етә.