Республика юғары суды енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса ике ир кеше Янауыл районында тыйылған матдә етештереү менән шөғөлләнгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре уларҙың махсус лабораторияларында 20 киллограмдан ашыу наркотик тапҡан. Енәйәтселәр 10 йылдан ашыу ғүмерен төрмәлә үткәрәсәк.