Башҡортостандан уҙған йыл сит илдәргә 24 мең тонна он, ярма һәм көрпә оҙатылған

Был күрһәткес алдағы йылға ҡарағанда 50 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан. Продукция 506 партия менән Әзербайжан, Әрмәнстан, Бельгия, Германия, Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Төркиә һәм башҡа илдәргә оҙатылған.