Ейәнсура районы һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн саралар күрә


Урындағы иң ҙур агрохолдинг декабрь аҙағында 360 баш тоҡомло тана һатып алған. Малдарҙың бер өлөшө Воронеж өлкәһе, икенсеһе Йәрмәкәй районынан килтерелгән. Әле комплекста 650 һауын һыйыры иҫәпләнә. Яңы һатып алынған мал һөт етештереүҙе арттырыу мөмкинлеге бирәсәк. Әле тәүлегенә 19 тонна һөт һауылһа, был күрһәткесте 28 тоннаға тиклем еткереү күҙаллана. Әлеге ваҡытта тоҡомло таналар айырым урында карантин сараларын үтә, февраль аҙағынан башлап уларҙы ҙур копмлексҡа күсереү планлаштырылған.