Республика яугирҙарының сираттағы төркөмө ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа юлланды


Уларҙы «Өфө-арена» спорт комплексы алдынан оҙаттылар. Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә ҡуҙғала. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Транспорт саралары маршруты республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Көс туплап, туғандары менән ваҡыт үткәргән яҡташтарыбыҙ Ватанды һаҡларға әҙер булыуын белдерҙе. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһында Ирек Сәғитов ҡатнашты. Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары ил һаҡсыларының иҫән-һау хеҙмәт итеүен теләне, республика үҙ сиратында яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.


Улым отпускыға ҡайта тигәс, тиҙ генә Себер яҡтарынан эштән әйләнеп ҡайттым. Уның менән бергә ваҡыт тиҙ үтте. Туғандар менән осраштыҡ, өйҙә ремонт эшләнек. Улыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ.

Рөстәм Йосопов, яугирҙың атаһы