Башҡортостандың Нотариаль палатаһы Өфө хосписына хәйриә ярҙамы күрһәтә


Башҡортостандың Нотариаль палатаһы Өфө хосписына хәйриә ярҙамы күрһәтеп, кескәй пациенттарға ҡоро һөт ҡатнашмалары тапшырҙы. Билдәле булыуынса, балалар бүлексәһенә айына ғына ошондай 240 банка ҡатнашма талап ителә. Хосписҡа ярҙам күрһәтеү башланғысы менән Нотариаль палатаның Йәштәр советы сыҡҡан. Акцияны республиканың барлыҡ нотариаль берләшмәһе күтәреп алған. Мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашыусыларға медицина-социаль учреждение буйлап экскурсия ла ойошторолдо.

Мәрхәмәтлек сараһында ҡатнашырға теләүселәр Өфө хосписының рәсми сайтына инеп, ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәре, пациенттарға, тәү сиратта, нимә талап ителеүе тураһында мәғлүмәт менән таныша ала. Учреждение етәкселеге билдәләүенсә, хәйриә ярҙамы күрһәтергә теләүселәрҙең артыуы күҙәтелә.