Башҡортостан халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә 7 мең посылка оҙатҡан

Был турала Федераль именлек хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итәләр. 2023 йылдың майынан почта бүлексәләре хәрбиҙәр өсөн посылкаларҙы бушлай ҡабул итә башланы. Уларҙың һәр береһе 10 килограмдан артмаҫҡа тейеш. - Хәрбиҙәргә башлыса кейем-һалым, сәй, тәм-том ебәрелә, тип белдерәләр Рәсәй Почтаһының төбәк идаралығында.