Республика башлығы эш сәфәре барышында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем биреү шарттары менән дә танышты.
Уҡыу йорто бөтә республиканы уҡытыусылар менән тәьмин итә. Радий Хәбиров буласаҡ педагогтар һәм мәғариф системаһы өсөн кадрҙар әҙерләүселәр менән танышты. Вуз әүҙем үҫешә, тәү сиратта уның матди-техник базаһы яңыра. Университет 6 институт, 4 факультет һәм колледжды берләштерә. Белем усағының федераль проекттарҙа ҡатнашыу һөҙөмтәһендә универсаль педагогик компетенциялар технопаркы һәм кванториум асыла. “Профессионалитет” сиктәрендә Педагогик компетенциялар үҙәге эшләй башлаған. Шулай уҡ донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең йәштәр лабораторияһы сафҡа ингән.
Республика етәксеһе студенттар өсөн заманса, яҡшы шарттарҙа йәшәү һәм уҡыу мөһимлеген билдәләне. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортоноң Башҡорт филологияһы факультеты республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын әҙерләгән төп факультет. Унда әлеге ваҡытта 500-ҙән ашыу студент һәм аспирант белем ала, уларҙың алтыһы төрлө кимәлдәге стипендиялар алыуға өлгәшкән.