«Совет илен бер кем дә еңә алмай. Беҙ еңербеҙ, бер үк борсолма, әсәй». Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың яҡын кешеһенә яҙылған һуңғы хаты 82 йылдан һуң киң йәмәғәтселек иғтибарына тәҡдим ителәсәк. Өфөнән Мөнирә Байгилдина әсәһенең бер туған ағаһы яҙған хатты БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәте ижади төркөмө аша Хәрби дан музейына тапшырырға теләк белдерҙе. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина репортажы.
Был Ҡөръән миңә бик ҡәҙерле, унда минең әсәйемдең ағаһының хаты һаҡланған булған, хат 1942 йылдың мартында окопта яҙылған...
Һары төҫкә ингән ҡағыҙ битендә 20 йәшлек кенә яугирҙың фронт һыҙығынан тыуған яғы - Саҡмағош районына ебәрелгән һуңғы хаты. Сәлихйән Кайбышев әсәһенә һәм туғандарына сәләмдәрен юллап, хатты башҡорт дивизияһын йыйырға ҡайтасаҡ уҡытыусыһы аша тапшырасағын да яҙған. Мөнирә Байгилдинаның өләсәһе оҙаҡ йылдар уны изге Ҡөрьән китабында һаҡлаған, һуңынан аманат итеп балаларына ҡалдырған.
Хатта Сәлихйән Кайбышев әсәһенә тағы ла бер үтенесен яҙған. «Барлыҡ Маҡтау ҡағыҙҙарымды быяла эсенә ҡуйып, һәр ваҡыт күҙ алдыңда булһа, үҙеңдең дә кәйефең күтәрелер» тигән. Шул уҡ ваҡытта мәктәп уҡытыусыһына ла сәләмен еткергән.
Был хатты яугир 1942 йылдың 19 мартында окопта теҙгә ҡуйып яҙыуын да билдәләп үткән. Үҙе лә һиҙенгәндер күрәһең, әсәһен ныҡ булырға саҡырған. «Мин үлһәм Совет иле һине ташламаҫ», тигән һүҙҙәре лә бар... Өс көндән Сәлихйән Кайбышев алғы һыҙыҡта ҡаһармандарса һәләк була.
Мөнирә Байгилдина Ҡөръән китабында һаҡланған хатты табыу менән әсәһенең бер туған ағаһы тураһында мәғлүмәт йыя башлай. 2014 йылда Тверь өлкәһендә урынлашҡан туғандар ҡәберлегенә лә барып ҡайта. Ундағы мемориаль таҡташта рядовой Сәлихйән Кайбышевтың исеме уйып яҙылған.
Мөнирә Байгилдина фронттан килгән хатты беҙҙең ижади төркөм аша музейға тапшырырға теләк белдерҙе. Изге ҡомартҡы быуаттар аша һаҡланып, барыһы өсөн дә асыҡ булырға тейеш, тигән фекерҙә ул.
Беҙ еңербеҙ! Ҡыҙылармеец Сәлихйән Кайбышевтың һуңғы хатындағы һүҙҙәр бөгөнгөләй һымаҡ яңғырай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан илебеҙ йәнә батырҙарын иҫкә ала. Сәлихйән Кайбышев кеүек ҡыҫҡа ғына ғүмерендә Ватанға тоғролоҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарҙың исемдәре онотолмай.
Гөлназ Хәйбуллина