12 йәшлек фермер: Данил Ҡуңысбаевтың себеш үҫтереү серҙәре


Көҙ һаналыр себештәр яҙ морон төртә. Ейәнсура районында йәшәүсе 12 йәшлек малай инкубатор алып бер нисә йыл рәттән себештәр сығара. Данил Ҡуңысбаев былтыр төрлө тоҡомло 200 тауыҡ үҫтергән. Яҙғылыҡҡа пландары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова ҡыҙыҡһынды.

Инкубаторҙағы йомортҡаларҙы көнөнә бер нисә тапҡыр әйләндереп тороу кәрәк. Шуға күрә уларҙың һәр береһенә билдә ҡуйып сығыу - тәү сиратта, яңылышмаҫ өсөн, ти Данил Ҡуңысбаев.

Иң мөһиме, инкубатор эсендә һәр саҡ тейешле температураны тотоу мотлаҡ. Дымды һаҡлау өсөн махсус һауыттарға һыу тултырыла. Ҡуңысбаевтар ғаиләһе Данилға алты йәш булғанда Себер тарафтарынан Иҫәнғолға әйләнеп ҡайта. Туғандарының ҡош-ҡорт аҫрағанын күреп, малайҙың үҙендә лә себеш сығарып ҡарау теләге тыуа.

Был Данилдың икенсе инкубаторы. Эсенә 100-гә яҡын йомортҡа һыя.

Үҫмер тәүге йыл бер нисә бәпкә сығарып ҡыуанһа, былтыр уларҙың һаны 200-гә барып еткән. Уларҙың күбеһен һата, бер өлөшөн таратып сыға. Йәйгеһен ихата эсе себештәрҙең тауышынан тынмай, ти Данилдың әсәһе.

Әле ихатала бер нисә төр ҡош-ҡорт аҫрала. Улар тураһында Данил сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Үҫмерҙең ҙур хыялы - яңы һарай төҙөү. Проект әҙер. Уны атаһы алдында яҡлап, быйылғы йылға ғаилә бюджетын яңынан ҡарау көтә.

Әлфинә Килдейәрова