Коллектив 11 мартта Кремль һарайында “Донъя халыҡтары бейеүе” программаһын тәҡдим итә. Ансамблдең директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәзир Байегетов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтКонцерттың беренсе өлөшөндә башҡорт хореографияһы классикаһы өлгөләре: “Зарифа”, “Ете ҡыҙ”, “Төньяҡ амурҙары” һәм алтын фондҡа ингән башҡа бейеүҙәр башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған композициялар тәҡдим ителә. Тамашаның икенсе өлөшөндә ҡаҙаҡ, белорус, ҡытай һәм башҡа халыҡтарҙың бейеүҙәре була.