Республика хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һәр муниципалитет хаҡты үҙ аллы билдәләй. Бер үк ваҡытта мәғариф учреждениелары сумманы билдәләнгән кимәлдән арттыра алмай. Өфөлә баланың баҡсала булған һәр көнө өсөн 185 һум түләргә кәрәк. Был уҙған йылдағы кимәлдән 7 һумға күберәк.