Республика Башлығы Өфөлә баскетбол буйынса Олимпия чемпиондары менән осрашыуҙа шулай тип белдерҙе. - Башҡортостанда мәктәп лигаһынан профессиональ клубҡа тиклем система булдырылған. Яңы спорт объекттары төҙөйбөҙ. Быйыл Өфөлә 4 баскетбол майҙансығын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла, - тине Радий Хәбиров. Өфөлә Студенттар баскетбол берлегенең Йондоҙҙар матчы уҙғарылды.