Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаеваны иҫкә алалар

30 ғинуарҙа ижадсының тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған сара үтә. Ул  “Торатау” конгресс-холының кесе залында ойошторола. Факиһа Туғыҙбаева хеҙмәт юлын “Башҡортостан пионеры”, бөгөнгө “Йәншишмә” газетаһында башлай. 1991–2011 йылдарҙа “Аҡбуҙат” балалар журналының баш мөхәррире була. 20-нән ашыу китап авторы. Шағирә  2021 йылда арабыҙҙан китте.