1967 йылда Республика Хөкүмәте әҙәбиәт, сәнғәт, архитектура өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәрҙе билдәләү өсөн премия булдыра. Тәүгеләрҙән булып юғары наградаға “Һайланма әҫәрҙәр” йыйынтығы өсөн Мостай Кәрим, “Ырғыҙ” романы өсөн үлгәндән һуң Һәҙиә Дәүләтшина, “Яңы йырҙар” йыйынтығы өсөн Заһир Исмәғилев һәм “Дуҫтарҙа ҡунаҡта” хореографик композиция өсөн Фәйзи Ғәскәров лайыҡ була.