Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәш эшҡыуарҙар менән осрашты


«Патриот» хәрби илһөйәрлек паркында үткән сара республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған 250 кешене берләштерҙе. Радий Хәбиров ҡатмарлы иҡтисади шарттарҙа төбәктә эшҡыуарлыҡ йүнәлешен үҫтереү, бизнесҡа ярҙам сараларын һаҡлау әһәмиәтенә туҡталды. Республикала йәш йүнселдәргә стартаптар ойоштороуҙа ла етди эш алып барыла. Уҙған йылда 120 студент берешәр миллион һумлыҡ гранттар алған. Рәсәйҙә был күрһәткес буйынса Башҡортостан иң яҡшы 5 төбәк исемлегенә инде.

Республикала үткәрелгән «Инвестиция сәғәте» һәм бизнес -шериф институты урындағы эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын еңелләштереү маҡсатында ойошторолдо . Был институт эшҡыуарҙарҙан килгән ғаризаларҙы ҡарау һәм ҡуртымға ер участкаларын билдәләү ваҡытын ҡыҫҡартырға, документтар пакетына талаптарҙы ябайлаштырырға булышлыҡ итә. Төбәк а башлығы менән әңгәмә барышында эшҡыуарҙар үҙҙәре һайлаған бизнес йүнәлештәрен үҫтереү мөмкинлектәре тураһында һөйләне, республикала эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү йәһәтенән теләк-тәҡдимдәрен еткерҙе.