Объект 2009 йылда сафҡа ингән. Былтыр уны капиталь төҙөкләндереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Спорт министрлығы тарафынан 10 миллион һум аҡса бүленә. Майҙан алып ноябргә тиклем тренажер залында резина япма түшәлә, яҡтыртыу ҡоролмалары алмаштырыла, стеналар буяла. Шулай уҡ спорт залы һәм фитнес бүлмәһе яңырыу кисерә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында спорттың 16 төрө менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр булдырылған. Яңы йыл каникулдары ваҡытында спорт объекттында 2 мең ярымдан ашыу кеше сәләмәтлеген нығытҡан.
Капиталь ремонт барышында физкультура-һауыҡтырыу комплексының бассейны ла яңыртыла. Рәшәткәләр, һыу ағыҙыу системаһы алмаштырыла, бәләкәйҙәр өсөн бассейнға дозатор урынлаштырыла. Әлеге ваҡытта өс категеория граждандар өсөн дәрестәр ойошторолған. Улар «Йәҙәргә өйрәнеүселәр», һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр һәм өлкәндәр өсөн.