Шәхси посылкалар, йылы кейемдәр, ысын күңелдән яҙылған хат-сәләмдәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманатар ылау барып етте. Был юлы «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкы торған урынға Миәкә һәм Бишбүләк райондары ярҙам килтерҙе.
Яҡташтарын хәрбиҙәр туғандары кеүек ҡаршы алды. Сөнки бындай осрашыуҙар ватан һаҡсыларына көс һәм ышаныс бирә. Һәр ваҡыттағыса тылдағылар көсө менән яугирҙарға маскировкалау селтәрҙәре, окоп шәмдәре, аҙыҡ-түлек, медицина ротаһы өсөн дарыуҙар һәм башҡа бик күп әйберҙәр тупланған. Гуманитар йөк менән бергә полктағы аттар өсөн һоло ла килтерелгән. Төбәктәрҙәге ирекмәндәр тәү сиратта хәрбиҙәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алырға тырыша. Әлеге һауа шарттарын күҙ уңында тотоп улар яҡташтарын йылы кейемдәр һәм тимер мейестәр менән тәьмин итергә тырышҡан. Әйткәндәй, ылау менән эйәреп алғы һыҙыҡҡа Башҡортостандың ҡары ла килгән.
Мәғлүмәт технологиялары үҫешкән ваҡытта, ҡул менән яҙылған хаттар бөгөн дә үҙенең әһәмиәтен юғалтмай. Хәрбиҙәр үҙҙәре бындай сәләмдәрҙе «икенсе бронежилет» тип атай. Сөнки бындай хаттар хәрби рухты күтәрергә ярҙам итә, ҡайһы берҙә дауаланыуға ла сәбәпсе була. Шуға ла Миәкә һәм Бишбүләк райондарында йәшәүселәр ватан һаҡсыларына күп итеп хаттар ҙа ебәргән. Улар һалдаттарға батырлыҡтары һәм ер йөҙөндәге тыныслыҡты яҡынайтыуҙары өсөн рәхмәт белдергән.