Шаран районы Саҡты ауылында йәшәүселәр Еңеү скверы булдыра

Шаран районы ауылдары урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша. Саҡты ауылында инициатив төркөм ултырышы үтте. Ауыл халҡы программала “Еңеү скверы” проекты менән ҡатнашырға ниәтләй. Йыйылышта шулай уҡ проектты тормошҡа ашырыу барышында ойоштороласаҡ мәҙәни һәм спорт саралары хаҡында фекер алышыу булды. Ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле тәҡдимдәр яңғыраны. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында еңеү яулау өсөн мөмкин тиклем күберәк халыҡты йәлеп итергә уйлайбыҙ. Саҡты ауылында уңған һәм тырыш кешеләр йәшәй. Беҙ Еңеүгә мотлаҡ ирешәсәкбеҙ”, - тип белдерҙе Писарев ауыл советы биләмәһе башлығы Ольга Ивановна Голубева.

#ППМИ #Шаран #СкверПобеды #УрындағыБашланғыстар