Яугирҙар өсөн мендәрҙәр, окоп шәмдәре һәм хатта дрондарға ҡаршы япмалар. Яңауыл районында ҡул эштәре оҫталары махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға ярҙам төрҙәрен арттыра.
Быға тиклем ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үреү менән генә өшғөлләнһә, хәҙер ассортиментты тағы ла киңәйткән. Ошо көндәрҙә генә Яңауыл ҡатын-ҡыҙҙары фронтҡа 200 мендәр тегеүгә заказ алған. Уның яртыһы әҙер ҙә инде. Мендәрҙәр өсөн туҡыма менән район халҡы бүлешә.
Ҡатын-ҡыҙҙар Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге ирекмәндәр менән тығыҙ бәйләнештә, эш тәжрибәһен даими уртаҡлашып тора. Күптән түгел улар дронға ҡаршы япмалар әҙерләргә лә өйрәнгән. Шулай уҡ госпиталдәр өсөн органайзерҙар ҙа тегә башлағандар. Унда дауаланыусылар һыу, телефон, салфеткалар һәм башҡа көндәлек кәрәк-яраҡтарын һаҡлай ала. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар араһында яҡындары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткәндәре лә бар. Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн гүзәл заттар ваҡытын да , көсөн дә йәлләмәй.