Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы «Миҙгелдәр килһендәр...» исемле тамаша әҙерләй. Ул танылған эстрада оҫталарын, йәш һәм таланлы йондоҙҙарҙы берләштерә. Проект республика райондары һәм күрше төбәктәр буйлап гастролгә сығасаҡ. Кисә концерт программаһын тапшырыу сараһы үтте. Унда киң мәғлүәмәт саралары ла саҡырылғайны. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Йырҙарҙа тормоштоң иң мөһим мәлдәре, ғүмер миҙгелдәре сағыла. Яҡын аралар республика район-ҡалалары буйлап, күрше төбәктәргә гастролгә сығасаҡ «Миҙгелдәр килһендәр...» тамашаһында үлемһеҙ йырҙар, өр-яңы хиттар яңғырай.
Бер нисә йыл рәттән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы республика халҡын һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе яңы проекттар менән ҡыуандыра. Быға тиклем «Йыр көсө», «Мөхәббәт иле», «Йәшә» концерт программалары үҙ тамашасыһын тапҡайны. Быйыл да республикабыҙҙың төп концерт ойошмаһы ҙур проект менән ҡыуандырмаҡсы. «Миҙгелдәр килһендәр» программаһының сценарий авторы - шағирә, яҙыусы һәм журналист Гөлнур Ҡыуатова. Хореография өҫтөндә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рәмизә Мөхәмәтшина эшләгән. Тамашаның ҡуйыусы режиссеры - Әлмира Ҡыуатова.
Концерт программаһы тамашасыны уйландыра ла, төрлө хис-тойғоларға ла сумдыра. Кеше күңеленең иң нескә ҡылдарын сиртеп үтерлек йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдыра алмаҫ. Сәхнә проекты махсус хәрби операция, батыр яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығын да сағылдыра.
Йондоҙло состав гастролгә әҙерләнә. Проекттың премьераһын тәүгеләрҙән булып 6 февраль Балаҡатай районы халҡы күрәсәк. 7-8 февраль «Миҙгелдәр килһен...» программаһы Силәбе һәм Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалалары тамашасыһына тәҡдим ителәсәк.
Әлфинә Килдейәрова